+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Батырҙар иле" фестивале үтә

"Шүлгәнташ" музей-ҡурсаулығы биләмәһендә балалар өсөн "Батырҙар иле" республика фестивале үтәсәк.

"Батырҙар иле" фестивале үтә
"Батырҙар иле" фестивале үтә

Ойоштороусылар милли уйындар менән конкурстар уҙғарасаҡ. Шулай уҡ ҡул эше оҫталары эштәре йәрминкәһе һәм башҡорт милли аш-һыуҙары менән фуд-корт эшләйәсәк.
Иҫтәлекле бүләктәр ҙә әҙерләнгән.

Фестивалдә ҡатнашыусылар өсөн төп бүләк  — ҡурсаулыҡ биләмәһенә, «Шүлгәнташ» мәмерйәһенә сәйәхәт.

Ойоштороусылар  «Шүлгәнташ мәмерйәһе» ҡурсаулығы һәм «Мираҫ» ойошмаһы.


Фестиваль 13 июлдә сәғәт 12-нән 18:00 тиклем барасаҡ.

Бөрйән районы, «Шүлгәнташ мәмерйәһе» тарихи-мәҙәни музей комплексы алдындағы аҡланда һеҙҙе матур байрам көтә, дуҫтар.

Фото: vk.com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: