+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Евразия һанлы технологиялар үҙәге асылды

10 июлдә  Өфөлә Евразия һанлы технологиялар үҙәге асылды. Ул Өфө фән һәм технологиялар университетының төп корпусы ҡаршыһындағы бинала урынлашҡан.

Евразия һанлы технологиялар үҙәге асылды
Евразия һанлы технологиялар үҙәге асылды

Яңы учреждение IT-продукттар әҙерләү, уларҙы тикшереп ҡарау, таратыу буйынса махсуслаша. Шулай уҡ ошо өлкәлә эшләгән белгестәр унда белемен камиллаштыра аласаҡ. 

Үҙәк студенттарҙың проекты буйынса эшләнгән һәм бөтә уңайлыҡтары бар. Беренсе ҡатта кафе, әсә һәм бала, хатта кескәйҙәр өсөн уйын бүлмәләре лә бар. Ә икенсе ҡатта – уҡыу һәм эш өсөн урындар.

–  Бында беҙ IT-технология, анимация, 3D-уйын өлкәләрен яҡшы белгән йәштәрҙе тупланыҡ. Үҙәктә һәләтлеләр белемен камиллаштырыр һәм ошо индустрияла эшләр, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров үҙәкте асыу тантанаһында. 

Евразия һанлы технологиялар үҙәгендә йәш белгестәр һәм студенттарҙан тыш Өфө университеты ғалимдары, "Муха" анимация студияһы, «АйВиСистемз», «Зорге Лаб» компаниялары эшләй.

Фото: glavarb.ru.

 

Евразия һанлы технологиялар үҙәге асылды
Евразия һанлы технологиялар үҙәге асылды
Евразия һанлы технологиялар үҙәге асылды
Евразия һанлы технологиялар үҙәге асылды
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: