Был спорт байрамы Көрәш һарайында ойоштороласаҡ. Уны 31 августа Өфөнөң 450 йыллығын билдәләгән ваҡытта тантаналы асырға планлаштыралар.
"Рәсәй — спорт державаһы" форумына 5 меңдән ашыу кеше килеүе көтөлә.
Кисә Рәсәй Хөкүмәтенең Вице-премьеры Марат Хөснуллин эш сәфәре барышында Көрәш һарайының төҙөлөш барышы менән танышҡан һәм уны ил кимәлендә генә түгел, донъяла лайыҡлы урынын биләйәсәк объект, тип белдергән. Майҙаны — 28 мең квадрат метр, спорткомплекс, спорт мәктәбе, 3 мең 400 кешелек зал, спортсылар өсөн ҡунаҡхана һәм башҡа кәрәкле урындар буласаҡ.
Фото: Башинформ.