+2 °С
Ясно
VKOKМакс

Пневматик мылтыҡтан балаларға атҡан

18 июлдә балалар травпунктына 10 йәшлек ҡыҙҙы килтерәләр. Табиптар уның аяғынан пуляны ала. Өфөлә, Ҡасимов урамында була был хәл.

Добавить в предпочтительные источники Google
Пневматик мылтыҡтан балаларға атҡанПневматик мылтыҡтан балаларға атҡан
Пневматик мылтыҡтан балаларға атҡан

Ҡыҙыҡай әхирәттәре менән урамда уйнап йөрөгән була. Ямғыр яуа башлағас, ышыҡҡа, ишек алдына ҡасалар. Берәүҙәре ҡапыл ауыртыуҙан ҡысҡырып ебәрә, уның аяғында ҡан күреп, барыһы ла ҡурҡышта ҡала. Ҡыҙ өйөнә ҡайтып, был турала әсәләренә һөйләй. 

Енәйәт эҙләү бүлеге һәм полиция хеҙмәткәрҙәре пневматик мылтыҡтан атҡан ирҙе эҙләп таба. 62 йәшлек ул кеше күрше йортта йәшәгән була. Балалар ныҡ шаулай ине, улар яғына ҡурҡытыр өсөн аттым, ти. Әле ул һаҡ аҫтына алынған, енәйәт эше асылған.

Был турала Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. 

Аптырарлыҡ хәл...

Фото: «Честный репортаж» телеграмм каналы.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас