Илебеҙҙә уйынсыҡтарға һәм уйындарға арналған бындай сағыу һәм күләмле байрамдың булғаны юҡ ине әле. Фестиваль фән, иҡтисад, мәғариф өлкәһендә эшләгән белгестәр, ата-әсәләр өсөн уйын мәҙәниәте, уйынсыҡтарҙың әһәмиәте, балаларҙы тәрбиәләүҙәге роле тураһында фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығына әүерелде. Көн һайын мауыҡтырғыс осрашыуҙар, спектаклдәр, йәнһүрәттәр, концерттар ҙа ойошторолдо.
"Әйҙә уйнарға" фестивале аша балалар үҙебеҙҙә сыҡҡан уйынсыҡтар менән танышып, улар менән уйнап, үҙебеҙҙең геройҙарҙан өлгө алып, илһөйәр булып үҫер.