Улар сентябрь башына тиклем эшләйәсәк. Хаҡтар тешләшә, әлбиттә. Әммә мәктәп формаһы алғанда иң тәүҙә баланың һаулығын ҡайғыртырға кәрәк. Сифатлы тауарҙан, йәғни тәбиғи материалдарҙан тегелгәненә өҫтөнлөк бирергә. Ни тиһәң дә, уҡыусылар көнө буйы тиерлек шул кейемдә йөрөй. Ул һауа үткәрергә тейеш. Шулай уҡ йылдың төрлө ваҡытына тура килерлек кейемдәр әҙерләп ҡуябыҙ. Әйткәндәй, 2024 йылда мәктәп формаһына дәүләт стандарты индереләсәк.
Автор фотоһы.