Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм Белоруссиянан, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Азербайджандан, Ғәрәп Эмираттарынан йылҡысылар, спортсылар, ғалимдар, эшҡыуарҙар ҡатнаша. “Башҡорт аты” Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән быйыл өсөнсө тапҡыр үткәрелә. Былтыр был фестиваль халыҡ-ара статусҡа эйә булғайны.
Әйткәндәй, быйылғы фестивалде тантаналы асыу мәлендә ат спорты мастеры Татьяна Носова үҙенең аты һәм эттәре Сара һәм Найда менән сығыш яһаны. Был сығышын тантана өсөн айырым әҙерләгән икән. Бик матур сығыш булды!
Фестивалдә башҡорт тоҡомло атты үҫтереүгә тос өлөш индергәндәре, ҡымыҙ етештереүҙең халыҡсан технологияһын һаҡлағандары өсөн Баймаҡ районының бер төркөм фермер хужалыҡтары башлыҡтары, үҙ эшенең оҫталары Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почёт грамоталарына һәм Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды. Улар араһында Йомаштан фермер Арслан Иҫәнов, Баймаҡтан Фирҙәүес Хәлимов, Салауат Әбсәләмов, Альфред Хөсәйенов, ауыл хужалығы производствоһы ветераны Миңнур Яратова, Аҡтауҙан Миңзәлә Иҫәндәүләтова, "Толпар" ЯСЙ-һының производство мөдире Айнур Рәхимов бар ине. Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте, афариндар!
Граф күле буйы тамашасылар, килгән ҡунаҡтар һәм төрлө сараларҙа ҡатнашыусы батырҙар менән гөрләп тора.
Бында йыйылған халыҡ «Урал-Батыр» халыҡ-ара турнирын, «Ирәндек мәргәне» ярышын, «Ылаҡ уйыны»н һәм «Ауҙарыш» ярышын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Хатта уларҙы һауа торошо ла ҡамасауламаны.
– "Ылаҡ" уйыны йылдан-йыл популярлыҡ яулай бара, – ти Баймаҡ командаһы капитаны Фидан Ниәтшин. – Әлбиттә, “Ылаҡ” уйыны Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан кеүек илдәрҙә ныҡ популяр, ул унда айырым спорт төрө булараҡ үҫешә. Беҙ ҙә, улар тәжрибәһен өйрәнеү маҡсатында, быйыл йәй башында Билал ауылына Ҡырғыҙстандан тренер саҡырып, унан бер ай дауамында дәрестәр алдыҡ. Уларҙан алған тәжрибәне һәм оҫталыҡты үҙебеҙҙә һынап ҡарайбыҙ, йәштәрҙе өйрәтәбеҙ. Сөнки йәш быуын ат спортын бала саҡтан белеп һәм яратып үҫергә тейеш. Шуныһы һөйөнөслө, һуңғы йылдарҙа халыҡтың ғына түгел, ә балаларҙың да йылҡы малына, ат спортына һөйөүе арта бара. Шуныһы ҡыуандыра.
Фестивалдә ярыш батырҙары еңеүселәрен тантаналы ҡотлағандан һуң, Татьяна Носованың “Ирекле аттар” шоу программаһы һәм Волгоград өлкәһенән килгән “Джигитовка” ат спорты шоуы дауам итә.
Фестиваль башҡорт эстрады йырсыларынан торған бай йөкмәткеле концерт менән тамамланасаҡ.
Сығанаҡ: "Һаҡмар", "Атайсал".
Фото: Благотворительный фонд по сохранению и развитию лошадей башкирской породы в Республики Башкортостан "Ирандык".