+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
17 Сентябрь 2024, 05:17

Уҡыусыларҙан яугирҙарға ярҙам

Бөрйән районының Иҫке Собханғол урта мәктәбе уҡыусылары үҙенсәлекле эстафета башлаған: махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға ярҙам итеү маҡсатында йәрминкә үткәрәләр.

Уҡыусыларҙан яугирҙәргә ярҙамУҡыусыларҙан яугирҙәргә ярҙам
Уҡыусыларҙан яугирҙәргә ярҙам

 Был турала район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов үҙенең сәхифәһендә хәбәр итә. "Районыбыҙ халҡы махсус хәрби операцияла булған яҡташтарыбыҙға мөмкин булған тиклем ярҙам итергә тырыша. Бөгөн дә Иҫке Собханғол урта мәктәбенең генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 7-се синыф уҡыусылары яугирҙарыбыҙға ярҙам итеү маҡсатында йәрминкә үткәрҙе. Уҡыусыларҙың был изге башланғысы артабан да дауам итәсәк – эстафетаны 6 “Ш” синыфы ҡабул итеп алды. Бөгөнгө йәрминкәне ойоштороп үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡан шайморатовсыларға, ата-әсәләргә, класс етәксеһе Лилиә Салауат ҡыҙына рәхмәтемде белдерәм. Уҡыуҙарында, эштәрендә уңыштар теләйем", – тип яҙа ул. 

Фото: vk.com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас