Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың 18 сентябрҙә сыҡҡан указы буйынса бынан һуң еңеүселәргә һәм уларҙы әҙерләгән педагогтарға 300 мең һум түләнәсәк. Ә призлы урын алыусылар һәм уларҙы әҙерләгән педагогтар 150-шәр меңгә дәғүә итә. Ҡыуаныслы яңылыҡ.
Әйткәндәй, Бөтә Рәсәй олимпиадаһының мәктәп этабы 23 сентябрҙә башланып, 25 октябргә тиклем дауам итәсәк. Бәйге 24 уҡыу фәне буйынса ойошторола. Ҡатнашығыҙ, еңегеҙ, дуҫтар!
Фото: glavarb һәм yanshishma.com сайттарынан алынды.