Ватанға хеҙмәт итеү һәм йәмғиәт тарафынан ирекмәндәр эшмәкәрлеген таныу билдәһе ул. Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға ярҙам итеүсе һигеҙ кешегә тапшырылды. Белорет ҡалаһынан Резеда Сайдарованы "Еңеү яулығы" акцияһы аша беләбеҙ. Ательеһында тегелгән француз яулыҡтарын һатыуҙан килгән аҡсаның 20 проценты махсус хәрби операцияға ярҙамға ебәрелә. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Тимерғәле Ураҙғолов гуманитар ярҙам менән махсус хәрби операция биләмәһенә 30 тапҡыр барған.
Шулай уҡ "Һаҡлаусы фәрештә" билдәһе Рәсәй Геройы М.Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы етәксеһе Николай Исаевҡа, Иглиндан Елена Поляковаға, Фёдоровканан Гөлназ Мөрсәлимова менән Полина Никифороваға, "Баймаҡ районы һәм ҡалаһы ирекмәндәре" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлназ Хафизоваға, отставкалағы хәрби офицер Максим Полещукка тапшырылды.
- Бөгөнгө бүләкләү - Рунет менән Башҡортостан юлдаш телеканалының берлектәге проекты, бөтә бүләкләнеүселәр ҙә тиерлек - беҙҙең программалар геройҙары, - тине кисәне алып барыусы журналист Гөлдәриә Йосопова.
Сараны йырсылар Гөлйемеш Ҡылысова, Тимур Рамазанов, ҡурайсы Руслан Мөлөков биҙәне. Мәскәү ҡунағы, актер Флорид Латипов махсус хәрби операция тураһында үҙе ижад иткән рэпты ишеттерҙе.
Осрашыуға Рунет яҙыусылар союзы етәксеһе Сергей Александров, Рус әҙәбиәт үҙәге етәксеһе Никита Митрохин, шағир Алексей Преснаков, журналист һәм яҙыусы Диана Свердловская, балалар яҙыусыһы Наталья Слизовская, театр һәм кино актеры Флорид Латипов килгәйне. Һәр береһе ижад емештәре менән таныштырҙы.
Әйткәндәй, Мәскәү һәм Донецк Халыҡ Республикаһынан ҡала Башҡортостан - өсөнсө бүләкләү урыны, сөнки беҙҙә ирекмәндәр бик күп. Эйе, ирекмәнлек менән шөғөлләнгән ватандаштарыбыҙ изгелекте йөрәк ҡушыуы буйынса башҡара. Уларҙың ошо матур эштәрен баһалаусы награда булдырған Рунет яҙыусылар ойошмаһы.
Автор һәм Әнәс Вәлиуллин фотолары.