Был турала Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы етәксеһе Салауат Ҡолбахтин белдергән.
Тулыһынса төҙөкләндерәсәктәр, постамент һәм ҡалҡыулыҡҡа ла яңыртыу талап ителә. Яратҡан һәйкәлебеҙҙе урынынан алып, Өфөләге цехта ремонтлаясаҡтар.
Һағынырбаҙ инде Салауат Юлаевты. Тағы 100 йыл торорлоҡ сифатлы ремонт эшләнәсәк, тип вәғәҙә итәләр. Алла бирһә, шулай булһын. Әлегә Өфөнөң, Башҡортостандың символы - милли батырыбыҙға ҡуйылған һәйкәл янына барып, ял итеп, иҫтәлеккә тағы бер фотоға төшөргә ваҡыт бар әле.
Фото: culture.