Эйе, бөгөнгө ҡыҙҙар һәм малайҙар киләсәгебеҙҙе билдәләй, уларҙан спорт йондоҙҙары тәрбиәләргә тейешбеҙ. Әммә йыш ҡына түләүһеҙ секцияларға йөрөткән өсөн дә ярыштарға алып барыу, экипировка алыу өсөн атай-әсәйҙәр аҡса түгергә мәжбүр.
"Мин спорт менән әүҙем шөғөлләнгән осорҙа шулай бөтә нәмәгә түләргә кәрәк булһа, самбо һәм дзюдо буйынса Советтар Союзының спорт мастеры нормативын үтәй алмаҫ инем. Был ул тиклем ҙур ҡаҙаныш та түгел, ул исемгә ошо залдағыларҙың күбеһе лайыҡ. Шулай ҙа бөгөнгө ҡайһы бер осраҡтарҙағы кеүек барыһы өсөн түләргә кәрәк булһа, нормативты үтәй алмаҫ инем. Бөтәһенә лә түләргә ғаиләбеҙҙең артыҡ аҡсаһы юҡ ине. Быны тейешле кимәлдә тикшерергә кәрәк. Аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләрҙән бер ниндәй ҙә взнос йыйыу булыуы мөмкин түгел", — тине Владимир Путин. Шул уҡ ваҡытта, әлбиттә, ғаиләләр балалары спорт менән шөғөлләнһен өсөн ярҙам итә ала, әммә сама булырға тейеш, тип тә белдерҙе.
Президент норматив тапшырған, разряд бирелгән ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн аҡса йыйыуҙы бөтөрөргә ҡушты.
Фото: ya.