+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Еңеү поезы" Өфөгә килә

23 - 24 октябрҙә "Еңеү поезы" экспозицияһы Өфө тимер юлы вокзалында буласаҡ. Уны бушлай ҡарарға мөмкин, тик бер көн алдан сайтта теркәлергә кәрәк.

"Еңеү поезы" Өфөгә килә
"Еңеү поезы" Өфөгә килә

 Бының өсөн vk.cc/cqyUpE һылтанмаһы аша үтегеҙ. Билет электрон почтаға киләсәк. 

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларына ҡағылышлы күргәҙмәгә рәхим итегеҙ. Унда 12 йәшкә тиклемге балалар теркәлмәйенсә, өлкән туғандарына, ата-әсәләренә эйәреп инә ала. Билеттарҙы Еңеү ирекмәндәренә күрһәтергә кәрәк була. Төркөмдәргә бүлеп, биш минут һайын үткәрәләр. Күргәҙмә ун тематик вагонда урынлашҡан.

12+

Фото: vk.com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: