Белем усағы был сараны көтөп ала, грантҡа төрлө фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, конкурстарҙа, олимпиадаларҙа еңеүсе уҡыу отличниктары тәҡдим ителә. Гимназияның иң һәләтле ун уҡыусыһына 2015 йылдан тапшырылып килә премия.
Кисәгә мәртәбәле ҡунаҡтар – Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры, бөйөк шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова, туғандары Әлфира Зыязетдинова, Артур Кәримов, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева һәм башҡалар килгәйне. Тамаша залына йыйылыусыларҙы Мостай ижадына һөйөү берләштерҙе. Уҡыусылар уның киң танылған шиғырҙарын тасуири итеп һөйләп ишеттерҙе. Йыр, бейеү менән дә сығыш яһанылар. "Эй, синнайҙар, сығышығыҙ өсөн рәхмәт!" – тип маҡтаны уларҙы алып барыусылар. Оло инәй бит кескәй Мостафаға "синнай" тип өндәшкән, "ценный" тигәнде аңлата ул. Тимәк, бөгөн Мостай Кәрим фонды гранттарына лайыҡ булған гимназистарҙы ла шулай тип атарға була. Уларҙы ҡотлау өсөн һүҙ Әлфиә Мостай ҡыҙына бирелде.
– Ҡәҙерле, балалар, ата-әсәләр, уҡытыусылар! Бөгөн - бик тулҡынландырғыс көн. Быйыл атайыма арналған күп саралар үтә. Яңы ғына шиғыр конкурсына йомғаҡ яһалды. Балаларҙың, йәш быуындың, йәштәрҙең Мостай Кәримдең ҡатмарлы, философик поэзияһына мөрәжәғәт итеүе ҡыуандыра. Уның әҫәрҙәре буйынса ике яңы спектакль ҡуйылды, гимназистарға мотлаҡ барып ҡарарға кәрәк. Мостай Кәрим тураһында күберәк беләсәктәр. Атайым һәр саҡ оптимист, күптәргә таяныс булды, ижадында дөрөҫлөктө сағылдырҙы. Гимназияға рәхмәт: балалар, һеҙ - Мостай Кәримдең ижадын таратыусылар. Шуға ла әлеге тантана бик мөһим. Беҙ иң яҡшы гимназистарҙы бүләкләйбеҙ, – тине ул премияларҙы тапшырыр алдынан.
Әлбиттә, грантты Мостай Кәрим фонды директоры, шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова ҡулынан алыу – үҙе бер бәхет. Быйыл уға ун XI синыф уҡыусыһы лайыҡ булды. Бына улар: Эльвина Дәүләтова, Искәндәр Йәнбәков, Камилла Сабитова, Самира Рафиҡова, Айһылыу Рамазанова, Ева Джачвадзе, Рушан Ғәҙелшин, Самира Ибраһимова, Арсен Вәлиәхмәтов, Камилла Ғәлимова. Ҡотлайбыҙ!
– Әлбиттә, гимназиябыҙҙа йыл һайын ошондай тантана үтеүенә бик шатмын. VIII, IX, X синыфтарҙа уҡығанда Мостай Кәрим исемендәге фонд грантына лайыҡ булған гимназистарҙың шатлығын уртаҡлашһам, быйыл үҙемә лә бәхет йылмайҙы. Грамота менән бүләкте Әлфиә Мостай ҡыҙы ҡулынан алыуы айырыуса тулҡынландырғыс булды, – ти XI"А" синыфынан Искәндәр Йәнбәков.
Төрлө яҡлап һәләтле был егет. Республика фәнни-ғәмәли конференциялары еңеүсеһе һәм призёры, физика буйынса уҡыусыларҙың асыҡ олимпиадаһы призёры, "Рәсүл Ғамзатов тураһында һүҙ" әҙәби конкурсында I урын алған, фортепьяно буйынса халыҡ-ара конкурс-фестиваль еңеүсеһе. Афарин!
Әҙәби-музыкаль кисәнән һуң ҡунаҡтар Мостай Кәримдең яңыртылған музей-кабинеты менән танышты. Гимназия етәкселеге, уҡытыусылар, уҡыусылар шәп ремонт өсөн Артур Кәримовҡа рәхмәтле. Музейҙа әҙиптең шәжәрәһе, китаптары, фотолары, шулай уҡ шәхси әйберҙәре, мәҫәлән, ҡул сәғәте лә ҡуйылған. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәйрүзә Үтәбаева Мостай үҙ ҡулдары менән яһаған ян менән уҡты ла күрһәтте. Ул ейәне Тимербулатҡа атап эшләнгән.
Мостай Кәрим шиғырҙары, әҫәрҙәре бөгөн дә беҙҙе илһамландыра, ҡанатландыра, уйландыра. Уның ижадын өйрәнеүселәр йылдан-йыл күбәйә. Ана бит, гимназияның беренселәре лә: "Беҙ – Мостай иленән, телебеҙ – Мостай Кәрим һөйләшкән тел!" – тип сатнатып әйтеп тора. Мостай Кәрим исемендәге фондтың төп бурысы ла –башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереүгә булышлыҡ итеү бит.