-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт рок-музыканттары ижадына — юғары баһа

28 ноябрҙә Көрәш һарайында үткән "Дәрүиш рухы+" фестиваленә балалар ҙа, йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә килгәйне.  "Был фестиваль —  рух көсөнөң, башҡорт рогы көсөнөң, беҙҙең берҙәмлегебеҙ көсөнөң матур сараһы", — тине Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев. 

Башҡорт рок-музыканттары ижадына —  юғары баһа
Башҡорт рок-музыканттары ижадына — юғары баһа

Тәүге башҡорт рогы фестиваленең яңы асылған Көрәш һарайында уҙыуы үҙе бер мәғәнәгә эйә. Республикабыҙҙа үткән быуаттың 90-сы йылдарында барлыҡҡа килгәйне тәүге рок-төркөмдәр. Легендар "Дәрүиш-хан" төркөмө ижад иткән йырҙарҙы йәш милләттәштәребеҙ ҙә ярата, өйрәнеп башҡара, бына ниндәй рухи көскә эйә рок музыкаһы.

Концертта "Дәрүиш-хан", "Ҡышҡы йәйғор", "Рух", "Ҡараташ", "Дәрт", "Башҡорт трио лектория", "Проект 102" һәм башҡа төркөмдәрҙең сығыштары көслө алҡыштарға күмелде. 

Фестиваль барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров указы менән башҡорт рогына нигеҙ һалыусы легендар Дим Ҡоләхмәтов, Ғәзинур Биктимеров, Ирек Атанов үлгәндән һуң Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы исеменә лайыҡ булды.

"Дәрүиш-хан"дың бөгөнгө етәксеһе Альберт Ғәббәсовҡа - халыҡ артисы, солисы Ринат Зариповҡа Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеме бирелде. Шулай уҡ "Рух" төркөмө етәксеһе Юлай Асҡаровҡа һәм Хәйбулла районынан мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Сергей Захаровҡа "Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" исеме тапшырылды.

Фото һәм видео: Э. Әсәҙуллина.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: