Австралия парламенты 28 ноябрҙә ошо турала ҡанун сығарған. Был — социаль селтәрҙе ҡанун менән тыйыу буйынса донъялағы тәүге осраҡ. Илдең Премьер-министры белдереүенсә, балалар социаль селтәрҙәрҙә буллингҡа, төрлө янауҙарға дусар ителә, мутлашыусылар ауына эләгә.
Ҙур технологик компаниялар борсоуға ҡалған. Сөнки ҡанундың үтәлеше өсөн социаль селтәрҙәр яуаплы икән. Үҫмерҙәр теркәлмәһен, зыянлы селтәрҙә ултырмаһын өсөн саралар күрергә тейештәр. Ҡанунды боҙған өсөн ҙур күләмдә штраф һалынасаҡ.
Яңы ҡанун буйынса TikTok, X (Twitter), Facebook, Instagram кеүек социаль селтәрҙәр тыйыуға эләккән. Ә үҙ-ара аралашыу мессенджерҙары, онлайн уйындар, белем биреү платформалары тыйылмай.
Фото: ya.ru.