Улар төбәктә йәштәр сәйәсәтен үҫтереү тенденциялары тураһында фекер алышты.
Республикабыҙҙың бөтә муниципалитеттарында "Беренселәр хәрәкәте"нең беренсел ойошмалары булдырылған. Уларҙың һаны 1 594-кә етә. Башҡортостан быйыл балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең грант конкурсында тәүге урында: 32 ойошма еңеүсе булған.
"Беренселәр хәрәкәте" балалар һәм йәштәр өсөн бик күп проекттарҙы тормошҡа ашыра: ҡатнаш, һәләттәреңде үҫтер, мөмкинлектәреңде ас ҡына."Тарихты һаҡлаусылар" проектында ҡатнашыусылар слеты Өфөлә үтәсәк. Унда Рәсәй төбәктәренән 800 кеше ҡатнашасаҡ. Был проекттың маҡсаты - илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү, тарихты һаҡлау, йәштәрҙә лидерлыҡ сифаттарын үҫтереү.
Фото: vk.com.