-3 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Йәш шайморатовсы шундай була!

Бөрйән районы Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбенең VI "А" синыфы уҡыусыһы Әмир Мөхәмәтйәнов 2023/2024 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса "Йәш шайморатовсы" почёт билдәһе менән бүләкләнеүенә бик шат.

"Йәш шайморатовсы" шундай була!
"Йәш шайморатовсы" шундай була!

– Әмир төрлө яҡлап һәләтле. “Исҡужин уҡыуҙары” фәнни-ғәмәли конференцияһында, “Һыу һәм тормош” төбәк-ара экологик фестивалендә, ”Мин – яҡты” (“Яркий Я”) республика фотоконкурсында ҡатнашып, еңеүсе булыуға өлгәште. Мәктәптең “Еҙ үксә” өлгөлө бейеү ансамблендә шөғөлләнә. Мәскәү ҡалаһында үткән халыҡ-ара “Конкурент” бейеүселәр конкурсында ҡатнашып, I дәрәжә дипломға лайыҡ булдылар. Ғаиләһенең шәжәрәһен өйрәнеп, “Минең ғаиләм энциклопедияһы” муниципаль конкурсында академик Әхмәт Сөләймәновтың балалары исеменән иҫтәлекле бүләк һәм премия алды, – ти башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыусыһы Рәсимә Рауил ҡыҙы Сәлихова уның тураһында ғорурлыҡ менән.
– “Шайморатовсылар балы" тантанаһына тулҡынланып, дәртләнеп килдем. Алдан ҡатнашыусыларҙың барыһына ла үҙең тураһында папка әҙерләргә кәрәк ине. Әсәйем менән бергә эшләнек, әммә республика кимәленә үтермен, тип уйламағайным. Шулай ҙа йөрәктә ниндәйҙер ышаныс, өмөт бар ине. Саҡырыу хәбәре алғанда ял йортонда инем, шул төндә ҡайтып еттек һәм 12 декабрь көнө таң менән Өфөгә юлға сыҡтыҡ. Сара үтәсәк бинаға ингәндә шайморатов формаһында йөрөүсе уҡыусылар бик күп, улар вальс өйрәнә ине. Миңә лә бейер кәрәк булырмы икән, тигән уй башымдан үтте. Шундай ҙур залда, шайморатовсылар менән бер тулҡында вальс әйләнеү үҙе бер бәхеттер, тим. Сара бик матур булды. Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан II дәрәжә почёт билдәһе алыуыма һәм уның менән ҡул бирешеп күрешеүемә ныҡ шатмын! Миңә ышаныс белдереүсе барлыҡ уҡытыусыларыма, ата-әсәйемә, туғандарыма, дуҫтарыма рәхмәт белдерәм! Киләсәктә лә бер ерҙә лә һынатмаҫҡа, тигән уй менән ҡайттым! – ти Әмир тәьҫораттары менән уртаҡлашып.
Ул ижади конкурстарҙа ла һынатмай. Һүрәт төшөрөргә оҫта, район бәйгеләрендә еңеүселәр рәтендә. Шулай уҡ спорт менән дә шөғөлләнә. "Милләттәр кросы"нда тиҫтерҙәре араһында районда еңеүсе булған. Киләсәктә лә һынатмаҫ Әмир! Йәш шайморатовсыға тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшеүен теләйбеҙ.

 

"Йәш шайморатовсы" шундай була!
"Йәш шайморатовсы" шундай була!
"Йәш шайморатовсы" шундай була!
"Йәш шайморатовсы" шундай була!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: