Һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән малай Радий Хәбировтың эш кабинетында булырға теләүе һәм робот-уйынсыҡ тураһында хыялланыуы тураһында яҙған ине. 18 декабрҙә уның хыялы тормошҡа ашты. Радий Фәрит улы янына Максимды башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Әлгизә Әлибаева алып килгән.
- Ғәжәп осрашыу! Максимдың һаулығы менән ҡатмарлыҡтар бар, шулай булһа ла ул асыҡ һәм изге күңелле. Хатты үҙенең идеяһы буйынса яҙғанын әйтте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә ауыр сирләгән балалар бар. Уларға айырым иғтибар кәрәк. Максимды ла "Салют" реабилитация үҙәгендә дауалаясаҡбыҙ. Киләһе йылда ул тағы ла Өфөгә киләсәк. Иң мөһиме барыһы ла иҫән-һау булһын, - тине Радий Фәрит улы.
Малай буйға бәләкәй, Республика йортонда булғанда уның буйын үлсәп билдәләп ҡуйғандар, ә киләһе йылда күпмегә үҫкәнен тикшерәсәктәр.
- Минең Яңы йыл хыялым үтәлде. Республика Башлығының кабинеты бик оҡшаны,- тип тәьҫораттары менән бүлеште Максим. Ул Радий Фәритовҡа үҙе эшләгән картинаны бүләк итте. Максим һаулығы буйынса өйҙә уҡый, ауыл мәҙәниәт йортондағы һүрәт төшөрөү түңәрәгенә йөрөй.
Фото: glavarb.