Унда төрлө район һәм ҡалаларҙан 1 мең 100 бала саҡырылғайны. Араларында уҡыу отличниктары, төрлө олимпиадалар, спорт ярышытары, ижади конкурстар еңеүселәре, шулай уҡ күп балалы ғаиләләрҙән, атайҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙҙар һәм малайҙар бар ине.
Республиканың төп шыршы байрамына килеүселәрҙе фойела уҡ төрлө йәнһүрәт геройҙары ҡаршы алды. Ә икенсе ҡатта ҡупшы шыршы тирәләй күңелле уйындар ойошторолдо. Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Ҡар бөртөктәре менән бергә күңел асҡандан һуң ҡунаҡтарҙы төп тамашаға ˗ Яңы йыл әкиәтенә саҡырҙылар. Уның алдынан Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин тәбрикләне.
˗ Яңы йыл тылсымлы байрам, өлкәндәр ҙә бала саҡтарына алып ҡайта ул. Һәр берегеҙгә бәхетле, шатлыҡлы мәлдәрегеҙҙең күп булыуын теләйем, ˗ тине ул.
Тамаша Өфөнөң 450 йыллығына арналып, «Һыуһарҙың Яңы йыл мажаралары» тип аталды. Бик оҡшаны ул балаларға. Тарих Һыуһар исеменән һөйләнде. Бер ғаиләлә өс ул үҫә: Сәлим, Ғәлим, Алдар. Иң кеселәре һунарға барып, Һыуһарҙы эләктерә лә инде. Әммә изге күңелле егет уны иреккә ебәрә. Ә Һыуһар тылсымлы көскә эйә булып сыға һәм артабан Алдар төрлө һынауҙарға дусар булғанда ныҡ ярҙам итә. Бейеккә ˗ ҡоштар донъяһына барып, Сәмреғоштоң ҡаурыйын ҡулына төшөрөргә, Ханға ер аҫты батшалығында йәшәгән йыландар донъяһынан иң сибәр ҡыҙҙы ла алып ҡайтып бирергә тура килә уға. Тик һылыу ҡыҙ бер ҙә Ханға кәләш булырға теләмәй һәм, ҡала төҙөһәң генә һиңә барам, тип тормошҡа ашмаҫтай мәсьәлә ҡуя. Әлеге лә баяғы Алдарға ҡушыла был эш тә. Әммә егет баш тарта һәм Һыуһар урмандағы йәнлектәрҙе йыйып, бер көн эсендә ҡала төҙөтә. Алдарҙы язанан ҡотҡарырға кәрәк бит. Йыландар батшаһының сибәр ҡыҙы Алдарҙы оҡшатҡан була. Әлбиттә, мажаралы әкиәттең һуңында Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килеп, мөғжизә тыуҙыра. Изгелек яуызлыҡты еңә. Бик матур Яңы йыл әкиәте, йыр-бейеүҙәре лә иҫ киткес шәп.
Салауат районынан Республика Яңы йыл шыршыһы байрамына 13 уҡыусы килгән ине. Торналылағы Полиция генерал-лейтенанты А.Ф.Әхмәтханов исемендәге мәктәптән VIII синыф уҡыусыһы Дарина Хисмәтуллина, Малаяҙҙағы 1-се мәктәптең IX синыфынан Иҙел Ғәйнетдинов һәм V синыфтан Арыҫлан Ғәйнитов, Яхъянан бишенселә уҡыған Линария Сиражева, Малаяҙ башҡорт гимназияһының VII синыфынан Миләүшә Кирсанова ˗ уҡыу алдынғылары, төрлө конкурс еңеүселәре. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларын да алып килгәндәр. Илья Муромец булып кейенгән Искәндәр Сафиуллиндың атаһы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булған. Малай Янғантау мәктәбенең III синыфында белем ала. Ҡурай, вокал, шашка түңәрәктәренә йөрөй.
˗ Беҙҙе Әлкәләге «Патриот» паркында урынлаштырҙылар. Кисен уйындар, дискотека ойошторҙолар. Дүртәр кеше йәшәнек, бүлмәләр яҡты, йылы. Барыһы ла беҙгә ихтирам күрһәтте. Ике көн хәрби тәртиптә йәшәнек. Концерт залына сирена менән оҙатып, автобустар менән килтерҙеләр. Әкиәт тә бик оҡшаны, ˗ тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Искәндәр.
Шаран районынан иһә дүрт уҡыусы килгән. Дмитрий Баев, Эльвина Хәбибуллина Шарандағы 1-се, Фидалиә Инсафетдинова – 2-се мәктәбенән, Айгөл Ибәтуллина ˗ Мичуриндан. Бөтәһе лә ˗ уҡыу отличниктары. Айгөл спортта алдынғы, Алевтина олимпиадаларҙа йыш ҡатнаша. Фидалиәнең әсәһе үлеп ҡалғас, биш бала атайҙары менән генә йәшәйҙәр икән. Дмитрийҙың атаһы махсус хәрби операцияла ҡатнаша.
Яңы йылда мөғжизәгә ышанғы килә. Һәр баланың изге уй-теләктәре тормошҡа ашһын, Ер шарында тыныслыҡ урынлашһын, балаларҙың күҙ йәше түгелмәһен ине.
Юлай Кәримов һәм автор фотолары.