Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары "Башҡортостан Республикаһында физик культураны һәм спортты үҫтереү тураһында" ҡанунға үҙгәрештәр индергән.
Ҡанун проекты ғинуар аҙағында ҡараласаҡ.
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, кесе йәштән балаларҙы спортҡа ылыҡтырыу, берҙән, уларҙың физик яҡтан үҫешенә, киләсәктә сәләмәт тормош алып барыуҙарына нигеҙ һалыуға булышлыҡ итһә, икенсенән, тәбиғи һәләттәрен асыуға ла ярҙам итәсәк. Тренер иһә баланы, нимәгә һәләтле икәнен белгәс, ул шәп һөҙөмтәләргә ирешә алырлыҡ спорт төрөнә йүнәлеш бирәсәк.
"Киләсәктә профессиональ спортсы булмаһа ла спорт менән шөғөлләнеү балаларға кәрәгәсәк. Көс, етеҙлек, сыҙамлылыҡ, командала эшләү тәжрибәһе уларға ҙурайғас маҡсаттарына өлгәшергә ярҙам итәсәк", - ти Константин Толкачев. Ысынлап та, шулай. Спорт менән мауығыу балаларҙы гаджеттарҙа ултырыуҙан да арындырасаҡ.
Фото: yandex.