Күмертауҙан 12 йәшлек Арсен Исхаҡов "Салауат Юлаев" матчын ҡарап, хоккейсылар менән яҡындан танышырға теләүе тураһында яҙғайны. Кисә уның хыялы тормошҡа ашҡан. Малай Өфө командаһының "Нефтехимик"ты 5:0 иҫәбе менән еңеүен үҙ күҙҙәре менән күргән!
Уйындан һуң Арсен уйынсылар менән осрашып, уларға үҙ ҡулдары менән яһаған бүләген тапшырған һәм Гагарин кубогында еңеүҙәрен теләгән.
Фото: t.me/khl_official.