+5 °С
Облачно
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
3 Февраля 2025, 12:00

Бала хоҡуҡтары яҡлана

2025 йылдың 1 ғинуарына ҡарата рәсми мәғлүмәттәр буйынса Башҡортостанда барлығы 889 мең 419 бала йәшәй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бала хоҡуҡтары яҡланаБала хоҡуҡтары яҡлана
Бала хоҡуҡтары яҡлана

Улар 472 мең ғаиләлә тәрбиәләнә. Был турала Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Ольга Панчихина Башҡортсотан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары алдында сығыш яһағанда әйтте. 

Балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау механизмдарының береһе - граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү. Былтыр был йүнәлештә 1 мең 727 мөрәжәғәт ҡабул ителгән. 41 шәхси ҡабул итеү ойошторолған. Халыҡҡа юридик ярҙам күрһәтелгән, аңлатыу эштәре алып барылған. Район-ҡалалар буйлап командировкалар, балалар учреждениелары менән танышыу ҙа булған. 

Әйткәндәй, быйыл Бала хоҡуҡтарын яҡлау институтына 15 йыл тулды. 

Ольга Панчихинаға һорауҙарығыҙ бармы? Ул граждандарҙы 4 февралдә Өфөлә ҡабул итәсәк.

Фото: vk.com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас