Режиссеры - Рөстәм Хәкимов. Автор билдәләүенсә, ошо исемле очеркты әҙәби әҫәр итеп үҙгәрткәндәр. Йыйылма образдарҙа һәр кем махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан йәки тылда уларға ярҙам иткән яҡын кешеһен таный аласаҡ. Шулай ҙа Ҡаһарман исемле егет барыбыҙ ҙа яҡшы белгән батыр Фәнис Хөсәйеновты һынландырыуын күрәсәкбеҙ.
"Артиллерия, квадрокоптер, технологиялар һуғышында ҡаһарманлыҡҡа урын бармы? Тыуған ил бөйөклөгө ниҙә? Ошондай һорауҙар кеше ғүмеренең ҡиммәте һәм килеп тыуған махсус хәрби операцияға бәйле хәлдең өҫтөнлөгөн күрһәтә. Спектакль яугирҙәрҙең яу яланында һәм блиндаждағы тормошон тулы кимәлдә асырға мөмкинлек бирә. «Ҡаһарман», «Хакер», «Историк», «Сәсән», «Иман», «Малыш» саҡырыулы яугир яҙмыштары, уларҙың илһөйәрлеге һәм батырлыҡтары аша һуғыш асылы күренә". Милли йәштәр театры башҡортса ике сәғәт барасаҡ спектакль тураһында шулай яҙа.
Премьера 20, 21 февралдә көтөлә.
Фото: teatrnmt.