+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
12 Февраль 2025, 10:59

Хәким Ғиләжев тә йәш хәбәрсе лә булған

Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәким Ғиләжев тә «Йәш төҙөүсе» (хәҙерге «Йәншишмә») гәзитенең йәш хәбәрсеһе була. Үҙенең хәтирәләрендә ошолай иҫкә ала был турала: «...Ә инде «Йәш төҙөүсе» исемле балалар газетаһы сыға башлағас, ул тәүге һанынан башлап тиерлек беҙҙең өйҙөң түр башындағы ҡунағы, минең айырылмаҫ дуҫым булып китте.    

Хәким Ғиләжев тә йәш хәбәрсе лә булғанХәким Ғиләжев тә йәш хәбәрсе лә булған
Хәким Ғиләжев тә йәш хәбәрсе лә булған

Түр башында, тип әйтеүем хөрмәт йөҙөнән генә түгел, мин уны, өҫтәлебеҙ булһа ла, нишләптер һике өҫтөнә йәйеп, һуҙылып ятып уҡырға ғәҙәтләнеп киткәйнем. Атайымдың минең беренсе уҡытыусым Хөснөтдин Йәркәевкә шаяртып: «Ана беҙҙең Хәким (ул мине тулы исемем менән әйтмәй ине) газетаны күҙе менән  уҡымай, теле менән дә ялай», – тип көлөүе әле булһа хәтеремдә. Ә 1940 йылда «Йәш төҙөүсе»нең ун йыллыҡ юбилейына Ғилемдар Рамазанов менән Дәүләкән педучилищеһынан Өфөгә делегат булып барырымды һәм китапхана менән бүләкләнәсәгемде ул ваҡытта атайым да, уҡытыусым да баштарына ла килтермәгәндәрҙер, әлбиттә.

Өй беренсә йөрөп, газеталарға яҙылырға өндәп йөрөүсе лә мин булдым. Аҙаҡ «Йәш төҙөүсе»нең деткоры булып киттем. Ул заманда был бик маҡтаулы исем ине. Һәр хәбәрҙең аҙағында исем-фамилия алдынан редакцияла «деткор» тип ҡуйыуҙары ниндәйҙер ғорурлыҡ тойғоһо уята ине».

 

 

Хәким Ғиләжев тә йәш хәбәрсе лә булған
Хәким Ғиләжев тә йәш хәбәрсе лә булған
Автор:
Читайте нас