+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
17 Февраль 2025, 11:55

Батыр даны мәңгелек

15 февраль көнө, Яуымбай ауылында махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған гвардия майоры, Ҡаһарманлыҡ һәм генерал Шайморатов ордендары кавалеры, ауылдашыбыҙ Кинйәкәйев Инсур Вәли улының яҡты иҫтәлегенә бағышланған саңғы ярыштары үтте

Батыр даны мәңгелекБатыр даны мәңгелек
Батыр даны мәңгелек

Көн һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан килгән саңғысылар бик ихлас ҡатнашты. Араларында иң кесеһенә 2 йәш булһа, иң олоһона 73 йәш ине.
Бындай ҙур ярыш алдағы көндәрҙә лә балаларға  саңғы спорты менән тағы ла нығыраҡ шөғөлләнергә маҡсат булып торһон.

Бар ҡатнашыусыларға, ярыштарҙы ғәҙел хөкөм итеүсе судьяларға,
саңғысыларҙы тәмле-йәмле өҫтәл әҙерләп матур итеп һыйлаусы мәктәп һәм мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә, тел йоторлоҡ тәмлекәстәр бешереп алып килеүсе ауылыбыҙҙың ҡатын-ҡыҙҙарына, саңғы юлын һалыусы егет-ҡыҙҙарға; бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеүсе ауылыбыҙҙың эшҡыуары Фирҙәүес Йәғәфәроваға, район советы депутаты Фирғәт Хайбуллинға, ауыл советы депутаттары Рәмил Ҡарасурин һәм Әбүзәр Ураҙғоловҡа; саңғысылыларҙың һаулығы һағында тороусы фельдшер Гөлсинә Атауллинаға;
18 йәшкә тиклемге йәш арауыҡтарында тәүге өс урынды яулаусы, 18 балаға мең һум күләмендә аҡсалата приздар булдырыусы Инсур Кинйәкәйевтең Байназар мәктәбендә бергә уҡыған синыфташтарына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!

Бөрйән районы Яуымбай ауыл китапханаһы төркөмөнән алынды.

Фото: vk.com.

Батыр даны мәңгелек
Батыр даны мәңгелек
Батыр даны мәңгелек
Батыр даны мәңгелек
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас