+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
20 Февраль 2025, 08:51

Буласаҡ төҙөүселәр өсөн форум үтә

20 – 21 февралдә Өфөлә тәүге тапҡыр "Йәш белгес – киләсәк төҙөүсеһе" тигән форум үтә. Бығаса ул илебеҙҙең 25 төбәгендә ойошторолған.

Буласаҡ төҙөүселәр өсөн форум үтәБуласаҡ төҙөүселәр өсөн форум үтә
Буласаҡ төҙөүселәр өсөн форум үтә

Өфөлә был сарала 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашыуы көтөлә. Уҡыусылар өсөн дә оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Шулай уҡ түңәрәк өҫтәлдәр, интерактив уйындар, вакансиялар йәрминкәһе уҙа.

Башҡортостан төҙөлөш буйынса илебеҙҙә алдынғыларҙан һанала. Форумдың маҡсаты: төҙөлөш өлкәһе өсөн кадрҙар әҙерләү, йәштәргә һөнәр һайлағанда йүнәлеш биреү.

Фото: minstroyrf. 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас