Уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ашнаҡсылар яугирҙар өсөн милли ризыҡ әҙерләүгә бөтә көсөн һалды.
VIII синыф ҡыҙҙары сәксәк әҙерләргә йыйылды. Улар милли кейемдә килде. Тәүҙә балалар милли аш-һыуҙың үҙенсәлектәре менән танышты. Һуңынан күмәкләп тәмлекәс бешерҙеләр. Ватанды һаҡлаусыларға ярҙам итеүҙә ҡатнашыу уларҙың күңелен үҫтереп ебәрҙе.
Һөйөү менән әҙерләнгән ризыҡ гуманитар конвой составында яугирҙарға ебәреләсәк.