Конкурс комиссияһы Өфөнән дизайнер Артур Ғилмановтың эшен еүеүсе тип тапҡан.
- Логотип башҡорт халҡының милли символы - ҡурайҙы популярлаштырырға, ансамблде халыҡ-ара кимәлдә лә танытырға, тамашасыны йәлеп итергә тейеш ине, - ти уның етәксеһе Азат Айытҡолов.
Башҡортостан дәүләт ҡурай ансамбленең логотибы рәсми документтарҙа, реклама материалдарында, сараларҙа ҡулланыласаҡ.
Фото: bashinform.