+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Китапхананы Алексей Преснаков ҡотланы

Өфөлә "Рәсәйҙең әҙәби мираҫы" Бөтә Рәсәй мәҙәни-ағартыу проектының етәксеһе, шағир, махсус хәрби операция ветераны Алексей Преснаков менән осрашыу үтте.

Китапхананы Алексей Преснаков ҡотланыКитапхананы Алексей Преснаков ҡотланы
Китапхананы Алексей Преснаков ҡотланы

Яҙыусылар көнөндә үткән сара бүләкләүҙән башланды: Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана 2024 йылда "Рәсәйҙең әҙәби мираҫы" Бөтә Рәсәй мәҙәни-ағартыу проектының еңеүсеһе булған. Ҡотларға ошо проекттың етәксеһе - шағир, махсус хәрби операция ветераны Алексей Преснаков үҙе килгәйне. Ул китапханаға 2024 йылда баҫылып сыҡҡан "Мираҫ" альманахының 27 томын бүләк итеп тапшырҙы. Ул китаптарҙа Рәсәй яҙыусылар союзы Рәсәй Император Йорто менән берлектә булдырған "Мираҫ" әҙәби премияһы номинанттарының әҫәрҙәре баҫылған. Әйткәндәй, был абруйлы конкурста (https://premianasledie.ru)16 йәштән өлкәнерәк ҡәләм оҫталары ҡатнаша ала.
Алексей Преснаков менән осрашыуға яҙыусылар, журналистар килгәйне. Сараны Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы Гөлдәриә Йосопова алып барҙы. Әлбиттә, илһөйәрлек, махсус хәрби операция тураһында шиғырҙар, хикәйәләр ҙә яңғыраны. Башҡортостанда яңыраҡ сыға башлаған "Свои.Үҙебеҙҙекеләр" тигән гәзиттең баш мөхәррире, шағирә Гөлназ Ҡотоева баҫманың тәүге һаны менән таныштырҙы. Унда яугирҙәрҙең ижад емештәре лә баҫылыуы тураһында һөйләне һәм Алексей Преснаковҡа бер нисә дана бүләк итте. Ул иһә, Санкт-Петербургҡа ҡайтҡас, гәзиттәрҙе госпиталгә тапшырасаҡ.

Осрашыуҙа шулай уҡ Милли китапхананың ғалим-секретаре, "Фронт һыҙығы китап биттәрендә" проекты етәксеһе Клара Әһлиуллина, яҙыусы, радиожурналистар Владимир Кузмичев, Рәсүл Сәғитов, Марсель Сәлимов, Диана Свердловская һәм башҡалар сығыш яһаны. 

Китапхананы Алексей Преснаков ҡотланы
Китапхананы Алексей Преснаков ҡотланы
Китапхананы Алексей Преснаков ҡотланы
Китапхананы Алексей Преснаков ҡотланы
Китапхананы Алексей Преснаков ҡотланы
Китапхананы Алексей Преснаков ҡотланы
Китапхананы Алексей Преснаков ҡотланы
Китапхананы Алексей Преснаков ҡотланы
Китапхананы Алексей Преснаков ҡотланы
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас