Быйыл да байрамға республиканан 6 - 12 йәшлек 300-гә яҡын ҡыҙ саҡырылды. Һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кескәй һылыуҡайҙар өсөн тамаша Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры фойеһынан уҡ башланды.
Оҫталыҡ дәрестәре, ижади эштәрҙән күргәҙмә, фотоға төшөү урындары - былар барыһы ла ҡыҙҙарға оҡшаған. Араларында махсус хәрби операциялағы яугирҙәрҙең балалары ла булды.
Күптәр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән селфи ҙа эшләне. Һуңынан "Том Сойер" спектаклен ҡаранылар. Һәр бәләкәй принцессаға бүләк тапшырылды.
Ошондай уҡ балдар район-ҡалаларҙа ла ойошторола. Ауырыу менән көрәшкән һылыуҡайҙар өсөн бындай байрам, үҙҙәренә ҡарата иғтибар, яғымлы ҡараш тойоу бик тә кәрәк. Радий Хәбиров балды ойошторорға ярҙам иткән кешеләргә, бәләкәй принцессаларҙың әсәйҙәренә рәхмәт белдерҙе.
Фото: bashinform.