+22 °С
Облачно
VKOKМакс

Әмир планшетлы булған

Яңыраҡ Ейәнсуранан 8 йәшлек Әмир Мәһәҙиевтең планшетҡа тип йыйған аҡсаһын махсус хәрби операциялағы яугирҙарға ярҙамға тотоноуы тураһында яңылыҡ интернетты шаулатҡайны.

Добавить в предпочтительные источники Google
Әмир планшетлы булғанӘмир планшетлы булған
Әмир планшетлы булған

Әлбиттә, малайға туғандары һәм дуҫтары ла ярҙам итә. Һөҙөмтәлә ике рация һатып алынып, яуға ебәрелә.

Кисә иһә икенсе яңылыҡ ҡыуандырҙы. Стәрлетамаҡтан "Монах" позывнойлы яугир Әмиргә планшет бүләк иткән. Уны илһөйәр малайға Стәрлетамаҡ ҡала советы депутаты Юрий Орда тапшырған.

Малай ғаиләләрендә махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға ярҙам иткәндәрен күреп, өлгө алған, ихлас йөрәктән үҙе лә өлөшөн индерергә теләгән.

Тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын инде.

Фото: bashinform.

Автор:
Читайте нас