Унда ата-әсәләр, педагогтар, Беренселәр хәрәкәтенең әүҙем ағзалары ҡатнашасаҡ. Программала алты тематик йүнәлеш ҡаралған: психология, мәғариф һәм тәрбиә, хәүефһеҙлек һәм һаулыҡ, ижад һәм балалар, ата-әсәләр йәмәғәтселеге, ярҙам.
Лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр ойошторола.
Ошо һылтанма аша үтеп, форумға теркәлергә мөмкин. Унда ҡатнашыу бушлай.
Бәйләнеш өсөн: Хазипова Эвелина Рифовна, +7(927)083-93-03, ERKhazipova@pervye.ru.
Фото: education.bashkortostan.