+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

AY YOLA музыкаль майҙансыҡтарҙы яулай

AY YOLA проектының "Һомай" тигән яңы йырын ишеткәнһегеҙҙер, моғайын. Үткән аҙнала был йырҙы төрлө музыкаль майҙансыҡтарҙа 100 миллиондан ашыу кеше тыңлаған. Ул Урта Азияла, Төркиәлә лә киң танылыу алған. 

AY YOLA музыкаль майҙансыҡтарҙы яулайAY YOLA музыкаль майҙансыҡтарҙы яулай
AY YOLA музыкаль майҙансыҡтарҙы яулай

Кемдәрҙең ижад емеше һуң был йыр? AY YOLA проектында Руслан Шәйхетдинов (DJ Север булараҡ билдәле), "Арғымаҡ" этно-рок төркөмөнә нигеҙ һалыусы Ринат Рамазанов һәм йырсы Адель Шәйхетдинова ҡатнаша. 

"Урал батыр" эпосы илһамландырған был төркөмдө булдырырға. "Беҙ боронғо менән хәҙерге заманды тоташтырыусы, мәңгелек тарихты яңыса яңғыратҡан күпер", - ти артистар. Тәүге йырҙары "Батыр" тип атала. "Һомай" - икенсеһе. Интернетты "шартлатҡан" йырҙы тыңлап ҡарағыҙ, дуҫтар.

 

  Һомай

Тамырҙарым минең һорай -
Йәнем дә, ҡаным да һорай,
Боронғо хәтер һорай:
Кем була ул Һомай?
Һомаqҙың әсәһе лә Ҡояш,
Йәншишмәлә индергән,
Атаһы уның Самрау,
Яҡшыға күндергән.

Аҡбуҙат та алмас ҡылыс
Һаҡлар булған да тик Һомай
Йәншишмәгә лә юлды
Белгән дә тик Һомай.
Сит-яттарға ла бармаған,
Ил йолаһын боҙмаған,
Тоғро улан үҫтергән
Бәхет ҡошо Һомай!

Беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары -
Һомайҙың йондоҙҙары,
Йәншишмәнең һыу юлы,
Һеҙҙең йәнгә яҙылған.

vk.com/ayyola.music төркөмөнән алынды.

 

Фото: com/impg 

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас