+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Уҡыусылар – район хакимиәтендә

Белорет районы хакимиәтендә уҡыусылар стажировка үткән. 

Уҡыусылар – район хакимиәтендәУҡыусылар – район хакимиәтендә
Уҡыусылар – район хакимиәтендә

Проектта ҡала һәм райондың IX – XI синыфтарынан уҡыу алдынғылары, олимпиада еңеүселәре, әүҙем һәм һәләтле ҡыҙҙар һәм егеттәр ҡатнашҡан. Улар дәрестәрҙән һуң ике ай буйы хакимиәттең төрлө бүлектәрендә эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең эштәре менән танышҡан, үҙҙәре лә ҡушылған эштәрҙе башҡарған, оператив кәңәшмәләрҙә, сараларҙа ҡатнашҡан. 

Белорет район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Азат Хәкимов уҡыусыларға "Стажировка" проектында ҡатнашыуҙары тураһында сертификаттар тапшырған. Кемдер үҙендә ойоштороу һәләте барлығын асыҡлағандыр, кемдер киләсәктә урындағы үҙидаралыҡ органдарында эшләргә теләр. Был тәжрибәнең һөҙөмтәләре буласағы билдәле. Ә әлегә йәштәргә уҡыуҙарында уңыштар, имтихандарҙы яҡшы тапшырыуҙарын теләйек.

Фото: vk.com/beloradm.  

Уҡыусылар – район хакимиәтендә
Уҡыусылар – район хакимиәтендә
Уҡыусылар – район хакимиәтендә
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас