+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

"Һомай" — донъяла 7-се урында!

 AY YOLA триоһының "Һомай" йыры әлеге ваҡытта — Shazam сервисының донъя рейтингында 7-се урында! 

"Һомай" — донъяла 7-се урында!"Һомай" — донъяла 7-се урында!
"Һомай" — донъяла 7-се урында!

 Башҡорт йыры ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә шул тиклем популярлыҡ яуланы: уны бөтә ерҙә тыңлайҙар, төрлө милләт вәкилдәре туған телдәрендә кавер яҙҙыра. "Урал батыр" эпосы буйынса тормошҡа ашырылған проект Башҡортостанды, башҡорт халҡын тағы ла бер тапҡыр бар донъяға танытты. 

AY YOLA эпос буйынса 12 композиция яҙҙыра. Милли колорит, милли музыка ҡоралдары — былар барыһы ла донъяның йыр-моң һөйөүселәре өсөн танһыҡ, күңелгә ятышлы. 

AY YOLA төркөмөнә артабан да уңыштар теләйбеҙ.

Фото:  https://vk.com/ayyola.music

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас