Тәтешлеләр илһөйәрлек менән һуғарылған, һуғыш ваҡиғаларын күҙ алдына баҫтырған сәхнә әҫәрен ҡарарға дәррәү килгән. Ә Фәнис Хөсәйеновтың әсәһе һәм ҡыҙы Фәнис ролен башҡарған Байегет Мөхәрләмовҡа һәм башҡа актёрҙарға рәхмәтен белдергән. Махсус хәрби операция барышында һәләк булған яҡындары образын сәхнәлә күреү бер яҡтан күңелдәрен йылытһа, икенсе яҡтан йөрәктәрен һыҙлатҡандыр инде...
Район етәкселеге лә Милли йәштәр театры коллективына рәхмәт һүҙҙәрен еткергән.
Фото: vk.com.