Ул Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар Һәм уларҙың ғаилә ағзалары йылы айҡанлы ойоштороған. Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы ла бит. Флешмобҡа белем усаҡтары, балалар баҡсалары әүҙем ҡушылды. Балалар атай-әсәйҙәре, уҡытыусылары, тәрбиәселәре менән бергәләп "ялан кухняһы" ойоштора. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һалдаттар, бөгөнгө яугирҙар ялан шарттарында әҙерләгән аш-һыуҙарға оҡшатып, төрлө ризыҡтар бешерәләр. Араларында иң күбе - ҡарабойҙай ярмаһынан һалдат бутҡаһы, төрлөсә бешерелгән картуф.
Фотолар Бәйләнештә селтәренән алынды.