+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
10 Апрель 2025, 07:55

Янғын сыға яҙған

Бишенсе синыф кадеттары урамда бәләкәй баланың шырпы яндырып ырғытҡанын күреп ҡала. Ҡоро үлән янып китә.

Янғын сыға яҙғанЯнғын сыға яҙған
Янғын сыға яҙған

Ә теге бала быны күреп ҡаса. Октябрьский ҡалаһындағы  12-се мәктәптең йәш ҡотҡарыусылар синыфында уҡыған Эмир Әмиров һәм Макар Резников утты һүндерергә ашыға. Дәрестәрҙә алған белемдәре лә ярҙам итә. Янғын һүндереүселәрҙе шунда уҡ саҡыралар. Улар килгәнсе малайҙар янғынға таралып китергә юл ҡуймай. 

Һуңынан янғын һүндереүсе ағайҙары мәктәпкә килеп, малайҙарға рәхмәт белдерә. Бүтәндәргә уларҙан өлгө алырға кәрәк инде. Шырпы уйынсыҡ түгел икәнен һәр бала белергә тейеш!

Фото: bashinform.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас