Быйылғы сараның төп темаһы - "Һүҙ көсө". Беренсе көн, йәғни 30 май Бөйөк Ватан һуғышына һәм махсус хәрби операцияға бағышлана. 31 май - классик әҙәбиәт көнө.
1 июнь - Балаларҙы яҡлау көнө - "Киләсәк тураһында һүҙ" тип аталасаҡ. Төп сәхнәлә 600 бала Еңеүҙең 80 йыллығы айҡанлы йырҙар башҡарасаҡ. Яҙыусы Андрей Усачев менән осрашыу көтөлә. Был көндө шулай уҡ "Һаумы, һаумы, әкиәт" республика конкурсына йомғаҡ яһалfсаҡ.
Быйылғы "Китап-байрам"да Яҙыусы йорто асыласаҡ. Өс көн буйы төрлө саралар өс сәхнәлә иртәнге сәғәт 10-дан төнгө 10-ға тиклем барасаҡ. "Урал батыр ерендә йыл китабы" конкурсы еңеүселәре лә билдәләнәсәк.