+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
19 Апрель 2025, 10:20

13 круиз теплоходы киләсәк

25 апрелдә Башҡортостанда навигация миҙгеле асыла.

13 круиз теплоходы киләсәк13 круиз теплоходы киләсәк
13 круиз теплоходы киләсәк

Быйыл Өфөгә 13 круиз теплоходы киләсәк. Был турала Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. 

1 майҙа Дуҫлыҡ монументы янына дүрт палубалы Александр Пушкин теплоходы килеп туҡтаясаҡ. 2 майҙа «Виссарион Белинский», «Рәсәй», «Александр Бенуа» көтөлә. 

Шулай 20 июнгә тиклем төрлө көндәрҙә Ағиҙел буйына килеп, лайнерҙарҙы күрергә мөмкин.

Эре теплоходтар йөрөрлөк һыу булғас, шәп инде. Былтыр 18 круиз лайнерында республикабыҙға 2 мең тирәһе турист килгән.

Фото: transport.bashkortostan.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас