+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
22 Апрель 2025, 08:38

Иң талантлы ҡумыҙсылар ҡайҙан?

Мәсетле районында Башҡортостандың ғына түгел, донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Роберт Заһретдинов исемендәге "Ҡумыҙ йөрәге" тигән төбәк-ара фестиваль быйыл 9-сы тапҡыр уҙҙы.

Иң талантлы ҡумыҙсылар ҡайҙан?Иң талантлы ҡумыҙсылар ҡайҙан?
Иң талантлы ҡумыҙсылар ҡайҙан?

Унда республикабыҙ таланттарынан тыш Ҡырғыҙстандан, Саха, Татарстан республикаларынан, Свердловск өлкәһенән, Мәскәүҙән да шәп ҡумыҙсылар ҡатнашты. 

Боронғо башҡорт музыка ҡоралында балаларҙың да ҙур теләк менән уйнарға өйрәнеүе ҡыуаныслы. Фестивалдә яңғыҙ башҡарыусылар араһында I урынға Сибайҙан Розалина Ишьярова лайыҡ булған. II урында - Свердловск өлкәһе Түбәнге Тагил ҡалаһынан Илдан Исмәғилев, III урында - Бөрйән районынан Ғаяз Вәлиев. 

Ансамблдәр араһында еңеүсе - Бөрйән районынан "Шоңҡар" ҡумыҙсылары. Етәксеһе - Розалия Айытбаева. II урында Алтай Республикаһынан "Алтын куу" өлгөлө фольклор ансамбле. Етәксеһе - Эмиль Теркишев. III урында - Мәсетленән Данис Ғәлимов етәкселегендәге "Тамсыҡай" ҡумыҙсылар ансамбле. 

"Ҡумыҙ йөрәге" фестиваленең Гран-приһын Өфөнән Азамат Зәйнетдинов яуланы. 

Фото: vk.com.

 

Иң талантлы ҡумыҙсылар ҡайҙан?
Иң талантлы ҡумыҙсылар ҡайҙан?
Иң талантлы ҡумыҙсылар ҡайҙан?
Иң талантлы ҡумыҙсылар ҡайҙан?
Иң талантлы ҡумыҙсылар ҡайҙан?
Иң талантлы ҡумыҙсылар ҡайҙан?
Иң талантлы ҡумыҙсылар ҡайҙан?
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас