+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
23 Апрель 2025, 06:02

Урманда аҙашҡайны

Кисә Бүздәк районында олатаһы һәм өләсәһе менән урманға барған алты йәшлек малай аҙашҡайны.

Урманда аҙашҡайныУрманда аҙашҡайны
Урманда аҙашҡайны

Ял иткән арала ул өлкәндәрҙең күҙ уңынан ысҡынған. Уны эҙләргә ҡотҡарыусылар, хоҡуҡ һаҡсылары, урындағы халыҡ, ирекмәндәр сыҡҡан. Аллаға шөкөр, бөгөн иртән малайҙың табылыуы тураһында хәбәр килә. Бәләкәстең урманда яңғыҙы ҡалып, төнөн нисек ҡурҡыуын күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. 

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҙашыу - була торған хәл. Ярай әле был малай иҫән-һау табылған. Ярай әле көндәр йылынды. Ә бит урманда йыртҡысҡа эләгеү хәүефе лә ҙур.

Изге күңелле, ярҙамсыл кешеләргә, ирекмәндәргә рәхмәт. Һәр ваҡыт кеше юғалыуы тураһындағы хәбәр булыу менән тиҙ арала ярҙамға ашығалар.

Фото: vk.com.

Урманда аҙашҡайны
Урманда аҙашҡайны
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас