+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
29 Апрель 2025, 05:46

Легендар замандашыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатыу

Бөгөн легендар замандашыбыҙ Фидан Ғафаровты Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында һуңғы юлға оҙатабыҙ.

Йыр, театр һәм кино сәнғәте оҫтаһы Фидан Ғафаровты тыуған ерендә Дүртөйлө районы Яңы Уртай ауылында ерләйәсәктәр.

Халыҡ яратҡан актёры менән хушлашырға ағыла ла ағыла. Театрҙа Фидан Ғафаров башҡарған йырҙар яңғырай. РСФСР-ҙың, Башҡортостан һәм Татарстан Республикаһының халыҡ артисы менән хушлашыу митингыһында Башҡортсотан Башлығы Радий Хәбиров, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, композитор Рим Хәсәнов, режиссер Рифҡәт Исрафилов, Мәжит Ғафури исеиендәге башҡорт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Әбүшәхманов, Татарстандан актер Рауил Шәрәфиев, Фидан Ғафаровтың улы Азамат Ғафаров һәм Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин сығыш яһаны. 

Фидан Сафа улы үлгәндән һуң "Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн" менән наградланды. 

Бәхил бул, халҡыбыҙҙың хөрмәтле шәхесе.

Легендар замандашыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатыу
Легендар замандашыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатыу
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас