+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Уйынсыҡтар фестивале үтәсәк

Өфөлә 5 — 8 июндә "Әйҙә уйнарға" Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар фестивале үтәсәк.  

Уйынсыҡтар фестивале үтәсәкУйынсыҡтар фестивале үтәсәк
Уйынсыҡтар фестивале үтәсәк

Совет майҙанында дүрт көн буйы илебеҙҙә етештерелгән уйынсыҡтар күргәҙмәһе эшләйәсәк. Иң шәп уйындар менән танышып буласаҡ. 

Шулай уҡ бай программа көтөлә: тематик конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре, спорт турнирҙары, популяр артистар сығыштары...

Балалар "Фронт хаттары" акцияһында ҡатнашып, махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға хаттар яҙып, һүрәттәр эшләй аласаҡ. 

"Уйынсыҡ бүләк ит" хәйриә акцияһында иһә балалар йорттарына, дауаханаларға, хосписҡа уйынсыҡтар йыйыу ойоштороласаҡ.

"Әйҙә уйнарға" фестивале барған көндәрҙә иртәнге 10-дан төнгө 10-ға тиклем Совет майҙаны төрлө сараларған гөрләп торасаҡ.

Тәүге фестиваль 2023 йылда уҙғайны. Ҙур форумда 250 мең кеше ҡатнашты. 150 уйынсыҡ етештереүсе килгәйне.

Фото:  Айда играть - Всероссийский фестиваль игрушек

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас