

27 майҙа "Торатау" конгресс-холында үткән «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» БР законын тормошҡа ашырыу буйынса Хөкүмәт комиссияһының сираттағы ултырышында уның менән яҡындан таныштырҙылар. Өфө фән һәм технологиялар университеты булдырған был порталда башҡортсанан урыҫсаға һәм, киреһенсә, дөрөҫ итеп тәржемәләр эшләнәсәк.
̶ Платформа республиканың дәүләт органдары, ойошмалары, учреждениелары һәм предприятиеларының документтарын (бланктар, мисәттәр, алтаҡталар), шулай уҡ етештереүселәр тураһында мәғлүмәтте башҡорт теленә тәржемә итә, ̶ тип белдерҙе уҡыу йортоноң һанлы трансформация буйынса проректоры Айнур Хәйбуллин. Уның билдәләүенсә, Мәскәүҙә үткән II «Мәғлүмәти технологиялар һәм Рәсәй халыҡтары телдәре» стратегик сессияһы барышында «БашТәржемә» менән таныштырғас, яңылыҡ башҡа республика вәкилдәрендә лә ҙур ҡыҙыҡһындырыу тыуҙырған. Бындай проектты Башҡортостан Рәсәйҙә иң беренсе булып тормошҡа ашыра икән.
Һеҙҙә, әлбиттә, атамаларҙы, текстарҙы кем тәржемә итәсәге лә ҡыҙыҡһындыралыр. Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы, профессор Гөлфирә Абдуллина был турала ентекләп һөйләне. Тәржемә итеү өсөн тәжрибәле эксперттарҙы һайлап аласаҡтар. Иң беренсе талап – ике дәүләт телен дә яҡшы белеү һәм филология буйынса юғары белем булыуы. Кандидаттар https://aispp.ru/ платформаһында теркәлеп, тәүҙә тест һорауҙарына яуап бирә, икенсе турға үтеүселәр оффлайн форматта һынау тотасаҡ. Тимәк квалификациялы тәржемә аласағығыҙға тулыһынса ышана алаһығыҙ.
«БашТәржемә»не тораҡ пункттарҙың, географик объекттарҙың, предприятиеларҙың, ойошмаларҙың һәм учреждениеларының атамаларын дәүләт телендә яҙыу өсөн ҡулланып буласаҡ.
Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев белдереүенсә, платформа тикшереү үткәндән һуң өс көндән эшләй башлаясаҡ.
Автор һәм "Башинформ" фотолары.