+28 °С
Облачно
VKOKМакс

Спектаклдәр ҙә буласаҡ

30 майҙа Өфөлә «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе башлана. Бай йөкмәткеле фестиваль барышында спектаклдәр ҙә күрһәтеләсәк.

Спектаклдәр ҙә буласаҡСпектаклдәр ҙә буласаҡ
Спектаклдәр ҙә буласаҡ

Мәҫәлән, 30 майҙа ҙур сәхнәлә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының «Бер ғүмер етмәй икән» тигән спектаклен ҡарарға мөмкин. Мөнир Ҡунафиндың махсус хәрби операцияла һәләк булған батыр егет Фәнис Хөсәйенов тураһындағы китабы буйынса ҡуйылған сәхнә әҫәрен кемдәр ҡарамаған, ҙур мөмкинлек был, шулай бит? Режиссер-ҡуйыусыһы — Рөстәм Хәкимов. «Ҡаһарман», «Хакер», «Историк», «Сәсән», «Иман», «Малыш» саҡырыулы  яугирҙар образдарында һәр кем махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан йәки тылда уларға ярҙам иткән яҡын кешеһен таный аласаҡ. 

Фото: dzeninfra.

Спектаклдәр ҙә буласаҡ
Спектаклдәр ҙә буласаҡ
Спектаклдәр ҙә буласаҡ
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас