+28 °С
Болотло
VKOKМакс

“Китап-байрам” йәрминкәһендә – популяр балалар яҙыусыһы Валентин Постников

III халыҡ-ара “Китап-байрам” йәрминкәһендә популяр балалар яҙыусыһы Валентин Постников кескәйҙәр менән осрашты.

“Китап-байрам” йәрминкәһендә – популяр балалар яҙыусыһы Валентин Постников“Китап-байрам” йәрминкәһендә – популяр балалар яҙыусыһы Валентин Постников
“Китап-байрам” йәрминкәһендә – популяр балалар яҙыусыһы Валентин Постников

–  Мин Өфө ҡалаһына беренсе тапҡыр килеүем. “Китап-байрам” йәрминкәһенә атайым Юрий Михайлович Дружковның китабын алып килдем. Уға 60 йәш тулды. Атайым – совет балалар әҙәбиәте классигы, “Веселые картинки” журналына нигеҙ һалыусы. Уның юбилейына  “Карандаш һәм Самоделкин мажаралары” китабын  яңынан баҫтырылды. Шулай  уҡ “Карандаш һәм Самоделкин” тураһында минең дә  китаптар серияһы донъя күрҙе, – ти Валентин Постников.

Валентин Юрьевичтың бала саҡтағы  яратҡан персонажы Карлсон булған икән. Уларҙың йортында  йыш балалар яҙыусылары ҡунаҡ була, шуларҙың береһе –  швед яҙыусыһы Астрид Линдгрен.

– Минең бурысым – балаларға уҡырға кәрәк, тип түгел, ә уның бик ҡыҙыҡлы шөғөл икәнен еткереү. Бала телефонда ултырғанда, уның башында  бер ниндәй мәғлүмәт тороп ҡалмай бит. Ә китап уҡығанда унан үҙенә күп нәмә алаһың. Китаптағы ҡыҙыҡлы геройҙар  менән шатланаһың, борсолаһың... Шул ваҡиға эсендә  ҡайнайһың… Шуға әгәр бала китап магазинына бара икән, тимәк, ул  үҙ яҙмышын һайлай тип уйлайым, – ти  балалар яҙыусыһы.

 

Фото: Китап байрамының матбуғат хеҙмәте. 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас