

Мәскәүҙән балалар яҙыусыһы, рәссам, педагог Татьяна Рик та килгәйне. Ул үҙенең һәм башҡа авторҙарҙың китаптарын һүрәттәр менән биҙәй.
Татьяна Рик аудиокитаптар ҙа сығарған. Филолог булараҡ, һүҙ төркөмдәре тураһында ҡыҙыҡлы дәреслектәр яҙған. Яҙыусының әҫәрҙәре төрлө конкурстарҙа еңеү яулаған.
Китаптары балаларға аңлайышлы ябай тел менән яҙылған, улар уҡыусыны яҡшылыҡҡа өндәй, тормоштоң матурлығын күрергә, ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәтә. Татьяна Рик үҙе лә йәш сағында ауырыуға дусар була һәм уға инвалид креслоһына ултырырға тура килә. Әммә көслө рухлы әҙип төшөнкөлөккә бирелмәй, яҡты ижады менән китап һөйөүселәрҙе ҡыуандыра. Ул сәйәхәт итергә, уҡыусылары менән осрашырға ярата.
Өфөлә "Рикки-тики-Таня", "Бухта первой любви" тигән китаптары менән таныштырҙы, хатта хикәйәләрен уҡып ишеттерҙе. "Мин ысынбарлыҡҡа тап килерлек, ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп яҙырға тырышам", - ти яҙыусы. Шуға ла китаптары уҡымлылыр. Татьяна Геннадиевнаға артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ.
АВТОР фотолары.