+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Ҡурсаҡтары башҡортса һөйләшә

"Әйҙә уйнарға!" фестивалендә Өфөнән Руфия Ханова башҡортса һөйләшкән ҡурсаҡтар коллекцияһын күрһәтте.

Ҡурсаҡтары башҡортса һөйләшәҠурсаҡтары башҡортса һөйләшә
Ҡурсаҡтары башҡортса һөйләшә

Ул бынан алты йыл элек ҡыҙы туған телдә һөйләшкән уйынсыҡтар менән уйнаһын тип, ҡурсаҡтарҙы башҡортса һөйләштерә башлаған. Әхирәте менән әҙер ҡурсаҡтарға башҡорт кейемдәре тегеп кейҙерәләр, милли биҙәүестәр тағалар икән. Уйынсыҡҡа тауышлы модуль беркетәләр. "Уны ла әҙерләргә, һүҙҙәрҙе, куплеттарҙы яҙҙырырға кәрәк", - ти Руфия Ханова. Ул һөнәре буйынса - хисапсы, ғаиләләрендә 3 бала тәрбиәләп үҫтерәләр.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас